12 – Бар ҙа Дауытҡа еткер: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һиңә өс төрлө яза тәҡдим итәм. Шуларҙың береһен һайлап ал да, Мин һиңә шуны ебәрермен“».
Әммә был ҡылығың менән һин Раббыны һанламағаныңды күрһәттең. Шуға күрә яңы тыуған улың үләсәк.
Дауыт иртәгәһен иртән торғас, Ғад пәйғәмбәргә, Дауыттың әүлиәһенә, Раббы һүҙе булды:
Ғад Дауытҡа килеп: – Илеңдә ете йыл аслыҡ булһынмы, әллә өс ай буйына дошмандарың эҙәрләп, уларҙан ҡасып йөрөйһөңмө, йәки илеңдә өс көнгә үләт таралһынмы? Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерҙе.
Серуяһ улы Йоав иҫәп ала башлай, ләкин уны тамамламай. Халыҡты һанаған өсөн исраилдарға Алланың ҡәһәре төшә, һәм был һан Дауыт батшаның йылъяҙмаларына индерелмәй.
Атай кеше ғәзиз балаһын нисек шелтәләй, Раббы ла яратҡан бәндәһен шулай тәрбиәләй.
Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен».
шуның өсөн Минең уларға ҡаршы тороуымды һәм дошмандары еренә ҡыуғанымды төшөнөрҙәр. Әгәр шул саҡ сөннәтләнмәгән йөрәктәре күндәмләнеп, гонаһтарының әжерен алһалар,
Ә улар тарафынан ташлап ҡалдырылған ер буш ятҡан саҡта үҙенең элек булмаған шәмбе йылдары өсөн ял итеп рәхәтләнер. Улар иһә ҡағиҙәләремде һанға һуҡмаған, күңелдәре күрһәтмәләремде инҡар иткәндең әжерен алырҙар.
Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.