Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 24:1 - Изге Яҙма

1 Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 24:1
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ләкин бының өсөн үҙегеҙҙе ғазапламағыҙ, өҙгөләнмәгеҙ. Һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн Алла мине бында һеҙҙән алда Үҙе ебәргән.


Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: әле күреп тораһығыҙ, шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды!


Раббы былай ти: «Бәхетһеҙлекте Мин һиңә үҙ йортоңдан бирәм. Күҙ алдыңда ҡатындарыңды тартып алып, үҙеңдең яҡын кешеңә тапшырырмын. Ул һинең ҡатындарың менән көпә-көндөҙ ятып йоҡлар.


Әммә батша: – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Әйҙә, һөйләнә бирһен. «Дауытты һүк», – тип Раббы Үҙе ҡушҡан икән, «Ниңә улай эшләйһең?» – тип кем әйтә алыр? – тип уны тыйҙы.


Шул саҡ Йорам батша Самариянан сыҡты ла бөтә Исраил ғәскәрен бер урынға тупланы.


Исраилдарға ҡарата яман уй ҡороп, шайтан Дауытты Исраил халҡының иҫәбен алырға ҡоторта.


Толағтың улдары: Ғуззи, Рефаяһ, Йериил, Яхмай, Йивсам, Шемуил. Улар нәҫелдәрендә башлыҡ, ҡаһарман яугир була. Дауыт заманында Толағтың нәҫел шәжәрәләрендә яугир булып һаналғандар егерме ике мең алты йөҙгә етә.


Былар барыһы ла – Ашер нәҫелдәре, улар үҙ нәҫелдәренең башлыҡтары, һайланма кешеләр, ҡаһармандар, төп етәкселәр. Уларҙың нәҫел исемлектәрендә һуғышҡа яраҡлы егерме алты мең кеше иҫәпләнә.


Әммә Хизкияһ үҙенә төшкән изгелектең хаҡын ҡайтармай, сөнки йөрәген маһайыу биләп алған була. Шунлыҡтан уға, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төшә.


Ләкин Мин фирғәүенде тиҫкәреләндерермен һәм Мысыр ерендә бихисап хикмәттәр менән мөғжизәләр ҡылырмын.


Әгәр был пәйғәмбәр яңылыш пәйғәмбәрлек итә икән, уны Мин Раббы яңылыштырған булам. Мин уға ҡаршы ҡулымды күтәрермен, уны халҡым Исраил араһынан юҡ итермен.


Мин дә уларға яман ҡағиҙәләр, йәшәр өсөн яраҡһыҙ ҡанундар бирҙем.


Муса Һарунға һәм уның ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Сәстәрегеҙҙе туҙҙырмағыҙ, кейемегеҙҙе йыртҡыламағыҙ, – тине. – Юҡһа үлерһегеҙ һәм Раббы бөтә йәмғиәткә асыуланыр. Әммә ҡәрҙәштәрегеҙ, бөтә Исраил халҡы, Раббы тарафынан яндырылғандар өсөн йәш түкһен.


Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы.


Шуға ла Алла уларға ныҡ яңылышыуҙар ебәрер һәм улар ялғанға ышаныр,


Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды.


Исраилдарға ныҡ асыуланған Раббы былай тине: – Был халыҡ ата-бабалары менән Мин төҙөгән килешеүҙе боҙған һәм Мин әйткәндәрҙе тыңламаған өсөн,


Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ