29 Нетофанан Бағананың улы Хелев; Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһынан Ривай улы Иттай;
Ун икенсе ай төркөмөнә Ғоҫниил нәҫеленән Нетофа кешеһе Хелдай етәкселек итә, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше була.
сығышы менән Нетофанан булғандар нәҫеленән – илле алты кеше;
Сығышы менән Бейт-Ләхәм һәм Нетофанан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ һикһән һигеҙ кеше;
Миспаға Гедалъяһҡа килделәр. Улар – Неҫанъяһ улы Исмәғил, Ҡареах улдары Йоханан менән Йонаҫан, Танхумәҫ улы Сераяһ, Нетофанан Ғефайҙың улдары, атаһы Мағаханан булған Язанъяһ үҙҙәренең кешеләре менән ине.
Селағ, Әләф, Йевус, йәғни Йәрүсәлим, Гивға һәм Ҡыръяҫ-Еғарим – тирә-яҡтағы ауылдары менән йәмғеһе ун дүрт ҡала. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәре шул.
Шаул Исраилдың өс мең кешеһен һайлап алды. Уларҙың ике меңе Шаул менән Михмаста, Бейт-Илдең тауында, меңе Йонаҫан менән Бинйәмин Гивғаһында урынлашты. Ҡалған халыҡты ул өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе.