15 Шунда Дауыт бик ныҡ сарсап: – Берәйһе миңә Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан һыу алып килһә ине! – тине.
Рәхилә вафат булды. Уны Әфраҫаға, йәғни Бейт-Ләхәмгә барған юл буйында ерләнеләр.
Шунан һуң ошо өс батыр, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килде. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәне, Раббы ризалығына тип ергә түкте.
Шунда Дауыт бик ныҡ сарсап: – Берәйһе миңә Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан һыу алып килһә ине! – ти.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Ярлы-фәҡир менән мохтаждар, Һыу эҙләп тапмаған саҡта, Сарсауҙан телдәре ҡорор. Мин, Раббы, уларға яуап ҡайтарырмын, Мин, Исраил Аллаһы, уларҙы ташламам!
Сарсаған тупраҡты һуғарырмын, Ҡоро ерҙә шишмәләр ағыҙырмын; Тоҡомоңа Рухымды түгермен, Затыңа фатихамды яуҙырырмын.
Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.
ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.
Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!