Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 23:1 - Изге Яҙма

1 Бына Дауыттың һуңғы һүҙҙәре: «Алла юғары күтәргән, Яҡуптың Аллаһы мәсехләгән заттың – Исраилдың һөйөклө йырсыһы Дауыт Ишай улының һуңғы һүҙҙәре ошо:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 23:1
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡуп улдарын саҡырып былай тине: – Эргәмә йыйылығыҙ, киләсәктә һеҙҙе ниҙәр көткәнен һөйләйем.


Аяҡтарымды боландыҡылай етеҙ итә. Түбәләрҙә мине тотороҡло итә.


Үҙе ҡуйған батшаға Ул бөйөк еңеүҙәр бирә, Үҙенең мәсихе – Дауытҡа һәм тоҡомона Мәңгелек тоғро мөхәббәтен күрһәтә».


Был көн Дауыт тәү тапҡыр Асаф менән туғандарынан Раббыны данлаған изге йырын йырлата:


Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ, Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ!


Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».


Эй бөйөк Хаким, Һинең ҡалҡыуың булыр, Йоҡонан уянғас та онотолған төш һымаҡ, Күләгә һымаҡ юҡҡа сығасаҡ был ямандар.


Лира сиртеп йыр һуҙаһығыҙ, Гүйә, Дауыт кеүек оҫта уйнайһығыҙ.


Дауыт үҙе үк Зәбүр китабында: «Раббы Хакимыма әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тигән.


– Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине.


Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы.


Мәсих һүҙе һеҙҙә мул булып, бер-берегеҙҙе зирәк аҡыл менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт бирегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Арағыҙҙа кемдер ғазап сигә икән, доға ҡылһын. Кемдеңдер рухы күтәренке булһа, Аллаға маҡтау йыры йырлаһын.


Дауыт Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынан Әфраҫ кешеһе Ишайҙың улы ине. Ишайҙың һигеҙ улы бар ине. Шаул батшалыҡ иткән заманда Ишай өлкән йәштә ине инде.


Ҡатындар бейей-бейей: – Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе, – тип һамаҡланы.


Раббы ҡаршы торғандарҙы тар-мар итер, Уларға күк дөһөрләтеп ябырылыр. Раббы ерҙең һәр тарафын хөкөм ҡылыр, Үҙ батшаһына ҡеүәт бирер, Мәсихенә бөйөк көс күндерер».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ