9 Танау тишектәренән төтөн урғылды, Ауыҙынан ялмаусы ялҡын бөркөлдө, Әйләнәһендә осҡон сәсрәне.
Хозурындағы балҡыштан Баҙлап утлы ҡуҙҙар яуҙы.
Раббының дәһшәтле ауазынан, Танауы бөркөгән һулышынан Диңгеҙ тәрәнлектәре күренде, Донъяның нигеҙҙәре асылды.
Улар Алланың һулышынан юҡ була, Нәфрәтенең еле уларҙы һепереп түгә.
Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәр, Башымдағы уй-ниәттәр, Һинең күңелеңә хуш булһасы, Эй Раббым, ҡаям һәм ҡотҡарыусым!
Раббының ҡануны камил – йәнде терелтә; Раббы күрһәтмәләре ышаныслы – бер ҡатлыны зирәк итә;
Синай тауын тотош төтөн ҡаплағайны, сөнки Раббы уның өҫтөнә ут эсендә төштө. Тауҙан мейестән сыҡҡан һымаҡ төтөн бөркөлә, тау бик ныҡ һелкенә ине.
Раббының шөһрәте Исраил халҡына тау башында дөрләп янған ут кеүек күренде.
Ҡара, Раббының исеме йыраҡтан килә! Асыуы дөрләп яна, ялҡыны көслө, Ауыҙынан нәфрәт эркелә, Ә теле – гүйә бар нәмәне ялмап юҡ иткән ут.
Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер.
Үҙегеҙ белмәгән илдә Дошмандарығыҙға хеҙмәт иттерермен. Минең һеҙгә асыуым ҡабынды, Ул һеҙгә ҡаршы ялҡынланып яна».
Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы былай ти: «Шулай тип һөйләгәндәре өсөн, Эй Йермеяһ, һүҙҙәремде һинең ауыҙыңда ялҡынға әйләндерәм, Был халыҡ иһә утын булыр, Ут уларҙы яндырып бөтөр.
Уның алдынан үләт елә, Эҙҙәренән эйәреп афәт килә,
Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.
сөнки беҙҙең Аллабыҙ – ялмап йотоусы ут.