8 Раббының асыуы ялҡынланды: Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Күктәрҙең нигеҙҙәре һелкенде.
Әгәр уға ҡағылыр булһалар, Ҡулдарына йә тимер нәмә, йә һөңгө һабы алырҙар. Шул ерҙә үк утта яндырырҙар».
Уның дәһшәтле ауазынан ҡурҡып Күктең таяуҙары дер ҡалтырай.
Күктең бер осонан сыға, Икенсе осона барып байый – Эҫеһенән һис нәмә йәшенә алмай.
Сөнки мин Һинең хаҡыңа хурлыҡ күрәм, Йөҙөмә сәркеү яғылды.
Йәндәре теләгән ризыҡ һорап, Тиҫкәреләнеп Алланы һынанылар.
«Алла сүлдә табын ҡора аламы?» – тип, Аллаға ҡаршы бурылданылар.
Бөтә донъя, сәләмлә Раббыны! Күңел ас, шатлан һәм йырла!
Раббы хозурында тауҙар тетрәр, Ҡалҡыулыҡтар ҡалтыраныр, Унан ҡурҡып, ер йөҙө, бар донъя Һәм унда йәшәүселәр тетрәнер.
Шул саҡ Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Ер тетрәне, ҡаялар ярылды,
Ҡапыл бик ныҡ ер тетрәне, Раббы фәрештәһе күктән төштө, ҡәбер янына килеп ташты шылдырҙы һәм шул таш өҫтөнә ултырҙы.
Доға ҡылғандан һуң улар торған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды, Алла һүҙен ҡыйыу рәүештә һөйләй башланылар.
Һин, Раббым, Сеғирҙан сыҡҡанда, Эдом иленән килгәндә, Ер тетрәнде, Күктән ямғыр ҡойҙо – Болоттар һыу булып аҡты.