5 Ҡамап алды мине үлем тулҡындары, Һәләкәт ташҡыны баштан ашты,
Телмәр ҙә юҡ бында, һөйләшеү ҙә, Уларҙың тауышы ишетелмәй.
Көнбайышта Раббының исеменән, Ҡояш сығышында Раббының шөһрәтенән ҡурҡырҙар. Сөнки ташҡын һыу һымаҡ килгәндә, Раббының һулышы уны ҡыуыр.
– Бәләгә ҡалғас, Раббыға ялбарҙым – Ул миңә яуап ҡайтарҙы, Үлеләр донъяһы эсенән ҡысҡырҙым – Тауышыма ҡолаҡ һалдың, Раббы!
Йәрүсәлимдең ғәскәр менән ҡамап алынғанын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емереләсәк ваҡыты яҡынлаша.
Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.
Ҡулдарында ете туҫтаҡ булған фәрештәләрҙең береһе яныма килеп былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм,
Фәрештә миңә тағы былай тип һөйләне: – Һин күргән фәхишә ултырған һыуҙар – халыҡтар һәм төркөмдәр, милләттәр һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәр.