49 Мине дошмандарымдан ҡотҡарған. Һөжүм итеүселәрҙән өҫтөн сығарған, Залим әҙәмдең ҡулынан йолоп алған.
Бына Куш кешеһе лә килеп етте. – Хакимым батшаға яҡшы хәбәр! Раббының ғәҙел хөкөмө бөгөн һине үҙеңә ҡаршы сыҡҡандарҙан ҡотҡарҙы, – тине ул.
Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәреүен аңланы.
Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, Һине саҡырам, ашыҡ миңә! Һиңә ялбарған тауышыма ҡолаҡ һал!
Яманлыҡҡа күңелем ауышмаһын, Залимдарҙың яҙыҡ эштәрендә ҡатнашырға, Һыйҙарынан ауыҙ итергә яҙмаһын.
Атыңа менеп, еңеүгә табан сап. Тыйнаҡлыҡ менән хәҡиҡәт һәм ғәҙеллек хаҡына Уң ҡулың тетрәткес эштәр ҡылһын.
Йырсылар етәксеһенә: «Махалаҫ» көйөнә. Дауыттың уйланыуҙары.
Ботаҡтарынан һыу тамып торор, Орлоҡтары мул һыу менән һуғарылыр, Батшаһы уның Агагтан да өҫтөн булыр, Уның батшалығы юғары күтәрелер.
Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо.