44 Һин мине халҡымдың фетнәләренән ҡотҡарҙың, Ҡәүемдәргә башлыҡ итеп һаҡланың, Үҙем белмәгән халыҡтар миңә хеҙмәт итә.
Дауыттың һүҙҙәре йәһүҙиҙәрҙең күңелен йомшартты. Улар барыһы бер булып батшаға кеше ебәрҙеләр һәм: «Эй батша, бөтә хеҙмәтселәрең менән кире ҡайт», – тинеләр.
Исраилдың бөтә булған ырыуҙары халҡы үҙ-ара бәхәсләшеп, һөйләшеп: – Батша беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы, пелештиҙәрҙән азат итте, ә хәҙер үҙе Авшалом арҡаһында ҡасып китте.
Шунан ҡатын, ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп, үҙенең аҡыллы кәңәшен бирҙе. Бихри улы Шевағтың башын киҫеп, Йоавҡа ырғыттылар. Шунан һуң Йоав мөгөҙ ҡысҡыртты ла һуғышсылар ҡаланы ташлап, өйҙәренә таралышты. Йоав иһә Йәрүсәлимгә батша янына ҡайтты.
Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.
Исраилдың бөтә ырыуҙары Хевронға, Дауыт янына килеп, былай тине: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән.
Үҙ халҡына башҡа ҡәүемдәрҙең ерен биреп, Раббы уға эштәренең ҡеүәтен күрһәтте.
Һора Минән, милек итеп ҡәүемдәрҙе, Биләмәгә ерҙең һәр тарафын бирәм.
Бына Мин Дауытты ҡәүемдәргә – шаһит, Халыҡтарға юлбашсы һәм хаким итәм.
Һин, Исраил, үҙең белмәгән халыҡтарҙы саҡырырһың, Раббың Аллаң, Исраилдың Изгеһе хаҡына Һине белмәгән ҡәүемдәр йүгереп килер. Сөнки Ул һине данға сорнаны».
Һиңә хеҙмәт итергә теләмәгән батшалыҡтар һәләк булыр, Ундай халыҡтар тамам юҡ ителер.
«Мине һорамағандарға яуап бирергә әҙер инем, Мине эҙләмәгәндәргә табылдым. Исемем менән саҡырмаған ҡәүемгә: „Мин бындамын – бында!“ – тинем.
Уға хакимлыҡ, хөрмәт һәм батшалыҡ бирелде. Бар халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр уға буйһондо. Уның хакимлығы – бөтмәҫ-төкәнмәҫ, мәңгелек хакимлыҡ. Уның батшалығы һис ҡасан емерелмәҫ.
Халҡымды ошо ерҙә Үҙем өсөн сәсермен, „Мәрхәмәт юҡ“ҡа мәрхәмәтемде күрһәтермен; „Халҡым түгел“ тип аталғанға: „Һин – Минең халҡым“, – тиермен, Ә ул Миңә: „Һин – минең Аллам“, – тип әйтер».
Ишағыяһ та былай ти: «Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ килер, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итергә күтәрелер. Ҡәүемдәр Уға өмөт бағлар».
Һошеяғ китабында Алла былай тип әйткән: «Минең халҡым булмағанды – Үҙ халҡым, һөйөклө булмағанды һөйөклөм тип атармын.
Раббы һеҙҙе ҡойроҡ түгел, баш итер. Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡтарын тыңлаһағыҙ, уларҙы ғәмәл ҡылһағыҙ, һәр ваҡыт аҫта түгел, өҫтә булырһығыҙ.
Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны.