42 Инәлделәр, әммә ҡотҡарыусы табылманы; Раббыны саҡырҙылар, Ул яуап ҡайтарманы.
Башына бәлә-ҡаза килгәндә, Ярҙам һорап ялбарыуын ишетерме Алла?
Шунда мине саҡырырҙар – өндәшмәҫмен, эҙләп-эҙләп тә таба алмаҫтар.
Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.
Кеше ул көндө ҡарашын үҙен Яратыусыға йүнәлтер, күҙҙәрен Исраилдың Изгеһенә төбәр.
Үҙ ҡулдары менән яһаған ҡорбан усаҡтарына, Ашераның ҡолғаларына, хуш еҫ төтәткән ҡорбан усаҡтарына әйләнеп тә ҡарамаясаҡ.
– Эй әҙәм улы, Исраил аҡһаҡалдарына әйт, белдер уларға, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙ Минән кәңәш һорарға килдегеҙме? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Мин һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирмәйәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким. –
Ләкин шундай көн килер – Раббыға ялбарырһығыҙ, Әммә Ул һеҙгә яуап ҡайтармаҫ. Золом ҡылғанығыҙ өсөн, Ул һеҙҙән йөҙөн йәшерер».
Ул Раббыға кәңәш һорап мөрәжәғәт итте. Әммә Раббы уға төшөндә лә, урим аша ла, пәйғәмбәрҙәр арҡылы ла яуап бирмәне.