4 Маҡтауға лайыҡ Раббымды саҡырырмын, Дошмандарымдан мин ҡотолормон.
Һөрән һалып маҡтау йырлай башлаған мәлдәрендә, Йәһүҙәгә яу менән килә ятҡан ғаммондар, моавтар һәм Сеғир тауҙарында йәшәүселәргә ҡаршы боҫҡон ҡора һәм улар ҡырыла.
Левиҙәрҙән Йешуағ, Ҡадмиил, Бани, Хашавнеяһ, Шеревъяһ, Һодияһ, Шеванъяһ, Пеҫахъяһ: – Аяҡҡа баҫығыҙ ҙа мәңгелектән мәңгелеккә булған Аллабыҙ Раббыны данлағыҙ! – тинеләр. – Эй Раббы, Һинең мөҡәддәс исемең маҡтаулы, һәр төрлө маҡтау-данлауҙарҙан өҫтөн!
Шулай тиһен Раббынан ҡотолоу алғандар, Ул дошман ҡулынан тартып алынғандар;
Уның беҙгә мөхәббәте бөйөк, Тоғролоғо Уның мәңгелек. Раббыны данлағыҙ!
Көн көнгә тапшыра был һүҙҙәрҙе, Был белемде төн төнгә еткерә.
Юлдары ҡараңғы, тайғаҡ булһын, Раббы фәрештәһе арттарынан баҫтырһын!
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.
Эй уян һин, рухым, уян! Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым!
Алла беҙгә мәрхәмәтле булһын, фатиха бирһен; Беҙҙе йөҙөнөң нуры менән балҡытһын. Села
Йәшене ғаләмде балҡыта, Ер йөҙө быны күреп тетрәнә.
«Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор».
– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.
Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡ.