39 Уларҙы иҙә туҡманым, бүтән ҡалҡа алманылар, Табан аҫтында аунап ҡалдылар.
Алыш өсөн ҡеүәт менән билем быуҙың, Ҡаршы баш ҡалҡытҡандарҙы аяҡ аҫтыма бырғаның.
Батша бойороғо буйынса, ҡорамдың нигеҙен юнылған таштарҙан һалыр өсөн ҙур-ҙур яҡшы таштарҙы ҡырҡтылар.
Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмғиәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.
– Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ.
Залим әҙәмдәрҙе тапарһығыҙ. Мин тәғәйен иткән көндә улар һеҙҙең аяҡ аҫтығыҙҙа тупраҡ булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –
Был батшаларҙы алып килгәс, Йушағ бөтә исраилдарҙы йыйҙы һәм үҙе менән яуға барған һуғышсыларҙың башлыҡтарына: – Бында килегеҙ һәм аяғығыҙҙы был батшаларҙың муйындарына ҡуйығыҙ, – тип бойорҙо. Тегеләр килеп батшаларҙың муйындарына баҫты.