34 Аяҡтарымды боландыҡылай етеҙ итә. Түбәләрҙә мине тотороҡло итә.
Алышта Серуяһтың өс улы: Йоав, Авишай һәм Ғасаһил ҡатнашҡайны. Ғәзәл кеүек етеҙ аяҡлы ине Ғасаһил.
Бына Дауыттың һуңғы һүҙҙәре: «Алла юғары күтәргән, Яҡуптың Аллаһы мәсехләгән заттың – Исраилдың һөйөклө йырсыһы Дауыт Ишай улының һуңғы һүҙҙәре ошо:
Шул кеше бейектә йәшәр; Ҡаяларҙағы ҡәлғәләр уның ышығы булыр; Икмәкһеҙ ҡалмаҫ, һыуға зарыҡмаҫ.
Раббы һинең ҡыуанысың булыр. Ул саҡта Мин һине ер йөҙөнөң Бейек түбәләренә атландырырмын, Атаң Яҡуптың биләмәһенән туйындырырмын». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.
Раббы Хаким – минең көсөм, Аяҡтарымды боландыҡылай итер, Мине бейеклектәргә аштырыр. Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында.
Таулы илде яуларға килтерҙе, Баҫыуының емешенә туйындырҙы, Уны ҡаянан аҡҡан бал менән, Саҡматаштан һығылған зәйтүн менән һыйланы.
Биктәрең – тимер һәм баҡыр һинең, Ҡеүәтең ғүмерең буйы ҡаҡшамаһын.