33 Алла минең ныҡлы ҡәлғәм, Ул минең өсөн камил юл аса.
Ул былай тине: «Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым.
Һинең тәҡүә булыуың сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡыуанысмы? Ул һинең пак йәшәүеңдән нимә ота?
Йә Раббым, доғамды ишет, Ялбарыуҙарым Һиңә барып олғашһын.
Көн-төн әрнеп иңрәүемдән Ҡоро һөйәк тә тирегә ҡалдым,
Ҡорамға артылыусылар йыры. Хәсрәтле сағымда Раббыға ялбарҙым, Ул миңә яуап ҡайтарҙы.
Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.
Бөтөн донъя тетрәнһен Раббынан, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр Уның алдында ҡалтырап торһон.
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!
Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.
Халҡымды Үҙ көсөм менән ҡеүәтле итермен, Исемемә лайыҡ тормошта йәшәрҙәр». Раббы шулай тип белдерә.
Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Минең ҡөҙрәтем көсһөҙлөктә камиллыҡҡа өлгәшә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән бик теләп маҡтанам.
Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Аллаң Раббы ҡаршыһында камил бул.
Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.
Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.