20 Ул мине иркенлеккә сығарҙы, Күңеленә хуш килгәнемә күрә ҡотҡарҙы.
Шунан Исхаҡ, тағы арыраҡ китеп, икенсе бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙы, бында инде бәхәс ҡупманы һәм уға Реховоҫ тип исем ҡушты. «Бына хәҙер Раббы, беҙ күбәйеп китһен тип, иркенлек бирҙе», – тине.
Әгәр инде Ул: «Мин һине хуш күрмәйем», – тип әйтә икән, әҙермен – минең менән нимә теләһә, шуны эшләһен әйҙә, – тине.
Һин аҙымдарымды киңәйтәһең, Шуға күрә хәлһеҙләнмәҫ аяҡтарым.
Яғбес Исраил Аллаһына доға ҡылып: «Ерҙәремде киңәйтеп, миңә фатихаңды бирһәң ине, мине гелән ҡайғы-хәсрәттән, бәлә-ҡазанан һаҡлап торһаң ине!» – тип ялбара. Раббы уға һорағанын бирә.
Ҡағиҙәләреңә тоғро ҡалыр өсөн Тотҡан юлымда тәүәккәл булһам ине!
Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.
Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».
Ат йәки ҡасыр һымаҡ ахмаҡ булмағыҙ. Уларҙы тыңлатыу өсөн һәр саҡ Йүгән менән теҙген мотлаҡ.
«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.
Исраил, ҡарышмал тана ише, тиҫкәре булды – Бынан ары Раббы уларҙы, сәхрәләге бәрәс ише, көтөрмө?
Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
Ул Аллаға ышана ине. Әгәр ҙә Алла Уны хуш күрһә, хәҙер Уны ҡотҡарһын! Ул Үҙен Алланың Улы тип атаны бит.
Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.