18 Ҡеүәтле дошмандан азат итте, Минән күпкә көслө булһалар ҙа, Күрә алмаусыларҙан ҡотҡарҙы.
Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыт Раббыға бағышлап йыр башҡарҙы.
Раббы юғарынан ҡул һондо ла мине тотто; Тәрән һыуҙарҙан күтәреп алды.
Бәлә көнөмдә улар ҡаршыма төшкәйне, Әммә Раббы миңә терәк булды.
Ҡурҡыу юҡ солғаған ғәм халыҡтан, Ҡамап алһалар ҙа һәр тарафтан.
Сөнки йәшәү сығанағы – Һиндә, Һинең нурыңдан беҙ яҡтылыҡ алабыҙ.
Эй уян һин, рухым, уян! Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым!
Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,
Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.