15 Уҡ атып, дошмандарын туҙҙырҙы, Йәшен йәшнәтеп, уларҙы тар-мар итте.
Белә-күрә гонаһ ҡылыуҙарҙан һаҡла, Улар миңә хаким була алмаһын! Шул сағында мин камил булырмын, Ҙур гонаһтарҙан азат ҡалырмын.
Бер йылға бар: Һыуҙары ҡыуаныс алып килә Алла ҡалаһына, Юғарыларҙан Юғарының мөҡәддәс торлағына.
Атҡан уҡтарыңдың яҡтыһынан, Ялтлап киткән һөңгөләрең балҡыуынан Ҡояш һәм ай торлағында туҡтап ҡалды.
Уларға бәләләр ебәрермен, Өҫтәренә уҡтарымды яуҙырырмын.
Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы.
Шемуил тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарған ваҡытта, пелештиҙәр исраилдарға һөжүм итмәк булып яҡынлашты. Әммә Раббы ул көндө ҡеүәтле ауаз менән гөрһөлдәп пелештиҙәрҙең ҡотон алды. Улар Исраил яугирҙәре тарафынан тар-мар ителде.