14 Күктәрҙән күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды,
Шул сағында Мин һине маҡтармын, Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен.
һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер.
Шул сағында Раббы ҡеүәтле тауышын яңғыратыр, Көслө асыу менән, бар нәмәне ялмар ут ялҡынында, Дауылда, ташҡында һәм таш яуғанда Күтәрелгән ҡулының көсөн күрһәтер.
Кирубтарҙың ҡанат ҡағышы тышҡы ихатала ла ишетелә ине. Был тауыш сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һөйләгәндәге тауышҡа оҡшағайны.
Шунан һуң күктә Алла йорто асылды һәм унда Килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.
Күктән йондоҙҙар ҙа һуғышты, Үҙ юлдарында йөрөп, Сисера менән көрәште!
Раббы ҡаршы торғандарҙы тар-мар итер, Уларға күк дөһөрләтеп ябырылыр. Раббы ерҙең һәр тарафын хөкөм ҡылыр, Үҙ батшаһына ҡеүәт бирер, Мәсихенә бөйөк көс күндерер».
Шемуил тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарған ваҡытта, пелештиҙәр исраилдарға һөжүм итмәк булып яҡынлашты. Әммә Раббы ул көндө ҡеүәтле ауаз менән гөрһөлдәп пелештиҙәрҙең ҡотон алды. Улар Исраил яугирҙәре тарафынан тар-мар ителде.