22 Ошо дүртәүҙең барыһы ла Ғаҫта йәшәгән рефалар тоҡомонан ине, улар Дауыт менән уның кешеләре тарафынан үлтерелде.
Рефалар нәҫеленән Йишби-Бенов тигән бер кеше – уның һөңгөһөнөң баҡыры ғына ла өс йөҙ шекел ауырлығында ине, билендәге ҡылысы ла яңы – Дауытҡа сәнсмәк булды.
Шул әҙәм исраилдарҙы хурларға тотонғас, уны Йонаҫан үлтерҙе. Йонаҫан Дауыттың ағаһы Шимғиҙең улы ине.
Был һуғышсылар Ғаҫта йәшәгән рефалар тоҡомонан була, улар Дауыт менән уның кешеләре тарафынан үлтерелә.
Нәҫел-нәсәбе ҡороһон, Исеме килер быуында юҡҡа сыҡһын!
Нәсихәттәрең тураһында уйланам, Юлдарыңдан күҙемде алмайым.
Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.
Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.
Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?
Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.
Шуға күрә лә теге саҡта Раббы әйткән таулы өлкәне һин миңә бир. Ул көндө ғанаҡтарҙың унда йәшәгәнен, нығытылған ҙур ҡалалары барлығын һин үҙең ишеткәйнең. Ләкин Раббы минең яҡлы булһа, мин ул ерҙе баҫып алырмын, – тине.