21 Шул әҙәм исраилдарҙы хурларға тотонғас, уны Йонаҫан үлтерҙе. Йонаҫан Дауыттың ағаһы Шимғиҙең улы ине.
Амнондың Йонадав исемле дуҫы бар ине. Ул, Дауыттың ағаһы Шимғаның улы булып, ифрат хәйләкәр ине.
Һуңғараҡ йәнә бер һуғыш Ғаҫта булды. Унда бер һонтор кәүҙәле кешенең ике ҡулы ла, аяҡтары ла алтышар бармаҡлы булып, бармаҡтары йәмғеһе егерме дүрт ине. Ул да рефалар тоҡомонан.
Ошо дүртәүҙең барыһы ла Ғаҫта йәшәгән рефалар тоҡомонан ине, улар Дауыт менән уның кешеләре тарафынан үлтерелде.
Хамаҫ менән Арпад батшалары, Сефарваим ҡалаһының батшаһы, Һенағ менән Ғиууа батшалары ҡайҙа хәҙер?
Ишайҙың баш балаһы – Әлиав, икенсе улы – Авинадав, өсөнсөһө – Шимға,
Дауыттың атаһының Йонаҫан исемле туғаны бик аҡыллы, зиһенле кеше була, кәңәшсе һәм кәтип вазифаһын башҡара. Хахмони улы Йехиил батшаның улдарын тәрбиәләй.
Бынан һуң Ишай Шамманы алып килде. – Раббы быныһын да һайламаны, – тине Шемуил.
Шунан әлеге пелешти: – Бөгөн мин Исраил ғәскәрен мәсхәрәгә ҡалдырам. Минең менән көрәшергә берәй кешегеҙҙе ебәрегеҙ! – тип өҫтәне.
Пелештиҙәр бер ҡалҡыулыҡҡа, исраилдар икенсе ҡалҡыулыҡҡа урынлашты. Араларында үҙәнлек ине.
Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы.