Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 21:2 - Изге Яҙма

2 Ахырҙа батша, Ғивғон кешеләрен саҡырып алып, улар менән һөйләште. Ғивғон кешеләре Исраил ырыуҙарынан түгел ине, әмөриҙәрҙән ҡалғайны улар. Исраилдар уларға зыян килтермәҫкә ант иткәйне. Әммә Шаул, Исраил менән Йәһүҙәнең мәнфәғәтен ҡайғыртып, уларҙы ҡырып бөтөрөргә тырышҡайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 21:2
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.


Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине.


Шунан: – Әйҙә минең менән, Раббы өсөн нисек йән атып тороуымды күрерһең, – тип яу арбаһында Самарияға алып китте.


Тик Йеһу Исраил Аллаһы Раббының ҡанунына бөтә йөрәктән тоғро түгел ине. Ул Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан айырылманы.


шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр,


Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.


Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән.


Был кешеләр һеҙгә ҙур иғтибар бүлә, әммә яҡшы ниәт менән түгел, улар һеҙҙе минән айырып алып, үҙҙәре менән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы теләйҙәр.


Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ.


– Әгәр Йонаҫан үлтерелмәһә, мине Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тине Шаул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ