Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 21:12 - Изге Яҙма

12 Шунан һуң Дауыт Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән Шаул менән Йонаҫандың һөйәктәрен барып алып ҡайтты. Эш шунда: Шаулды Гилбоағ тауында үлтергәндән һуң, пелештиҙәр уның һәм улының мәйетен Бейт-Шеан майҙанында аҫып ҡуйған була. Ғилғәд Явешы кешеләре уларҙы шунан йәшерен рәүештә алып ҡайта.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 21:12
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй Гилбоағ тауҙары! Өҫтөгөҙгә ысыҡ төшмәһен, ямғыр яумаһын, Уңыш бирер баҫыуҙарың булмаһын! Шунда шөһрәтен юғалтты баһадирҙар ҡалҡаны, Шаулдың ҡалҡанына май һөртөлмәҫ инде.


– Мин осраҡлы ғына Гилбоағ тауына барып сыҡҡайным, ҡараһам, Шаул һөңгөһөнә таянып тора. Дошмандың яу арбалары менән һыбайлылары уға яҡынлашып килә ине.


Йәһүҙә халҡы Хевронға килеп, Дауытты Йәһүҙә ырыуына батша итеп мәсехләне. Шул ваҡыт Дауытҡа, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡы Шаулды ерләгән, тигән хәбәр килтерҙеләр.


Шаулдың йәриәһе Айяһ ҡыҙы Риспаның нимә эшләгәнен Дауытҡа һөйләнеләр.


Шулай итеп, Дауыт Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен алып ҡайтты; теге язаланған кешеләрҙең һөйәктәрен дә йыйып алдылар.


Пелештиҙәр менән исраилдар араһында һуғыш барған саҡта, бер мәл Исраил яугирҙәре пелештиҙәрҙән ҡаса башлай һәм күбеһе Гилбоағ тауында һәләк булып йығыла.


ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫа һәм Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Явешҡа алып ҡайта. Шунан уларҙың һөйәктәрен Явештағы имән ағасы аҫтына ерләйҙәр һәм ете көн ураҙа тоталар.


Иртәгәһенә, һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр, Гилбоағ тауында Шаул менән уның улдарының мәйетен табып ала.


Исасхар менән Ашер ерҙәрендә Менашшеға улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Бейт-Шеан, Йивлеғам; улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Дор, Ғейн-Дор, Тағанах һәм Мегиддола йәшәүселәр бирелде. Улар өс ҡалҡыулыҡты тәшкил итә ине.


Пелештиҙәр йыйылышып Шунемға киттеләр ҙә шунда туплам ҡорҙолар. Шаул да, бөтә Исраилды йыйып, Гилбоағ тауында урынлашты.


Пелештиҙәр исраилдарға ҡаршы һуғыш алып бара ине, бер мәл Исраил яугирҙәре пелештиҙәрҙән ҡаса башланы һәм күбеһе Гилбоағ тауында һәләк булып йығылды.


Шаулдың үҙе менән аяуһыҙ алыш ҡыҙҙы һәм уҡсы яугирҙәр уны бик ҡаты яраланы.


Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер. Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп, мине сәнсер һәм мәсхәрә итер, – тине. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тартты. Шунда Шаул ҡылысын алды ла үҙе уның өҫтөнә йығылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ