10 Айяһ ҡыҙы Риспа ҡыл туҡыма алды ла уны шул тау өҫтөндә түшәне. Ураҡҡа төшкәндән алып, күктән ямғырҙар ҡоя башлағансы, ул ошонда ҡалды. Көндөҙ мәйеттәрҙе ҡоштарҙан, ә төндә ҡыр йәнлектәренән һаҡланы.
Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә күтәрер: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.
Шаулдың йәриәһе Айяһ ҡыҙы Риспаның нимә эшләгәнен Дауытҡа һөйләнеләр.
Шаулдың бер йәриәһе бар ине – Айяһ исемле кешенең ҡыҙы Риспа. Бер көндө Иш-Бошеҫ Авнерҙан: – Нишләп һин атайымдың йәриәһе менән йоҡланың? – тип һораны.
Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Ахав кейемдәрен йыртҡылап ырғытты, ҡыл кейем кейҙе, уны хатта йоҡлағанда ла сисмәне, ураҙа тотто, бошонҡолоҡҡа төшөп йөрөнө.
Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.
Һин бөтә сиреүең һәм эргәңдәге күмәк халыҡтар менән бергә Исраил тауҙарында һәләк буласаҡһың. Һәр төрлө йыртҡыс ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен һине.
Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Көн һайын таң атҡан һымаҡ, Уның килеүе ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер».
Ҡайһылай баҡырыша мал-тыуар! Ҡабыр үлән, утлар көтөүлекһеҙ Темеҫкенеп йөрөй башмаҡтар, Кәзә-һарыҡ көтөүҙәре ыҙалана.
Эй Сион халҡы, Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ! Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе; Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла, Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе.
Яҙғы мәлдә Раббынан ямғыр теләгеҙ. Йәшен болоттарын бар ҡылған, Кешеләргә мул итеп ямғыр биргән, Һәр кемдең баҫыуын йәшеллеккә күмгән Раббынан.
ул саҡта ерегеҙгә ямғырҙы яҙын да, көҙөн дә ваҡытында яуҙырырмын; ашлығың да, йөҙөм шарабың да, зәйтүн майың да булыр.
өҫтөнән әсиргә төшкән саҡтағы кейемдәрен сисеп ташлаһын һәм, өйөңдә йәшәй башлап, ай буйына ата-әсәләре өсөн йәш түкһен. Шунан һуң һин уның менән яҡынлыҡ ҡыла һәм уның ире, ә ул һинең ҡатының була ала.
Әгәр берәйһе үлем язаһына торошло енәйәт ҡылһа һәм ул үлтерелеп ағасҡа аҫып ҡуйылһа,
мәйет ағаста төнгөлөккә ҡалмаһын. Уны шул көндө үк ерләгеҙ, сөнки ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше Алла тарафынан ҡәһәрләнгән. Аллағыҙ Раббының һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерен нәжесләмәгеҙ.
Яҡыныраҡ кил, – тине. – Хәҙер мин һинең үләкһәңде һауалағы ҡоштарға, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек итеп бирәм.
Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер.