Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 20:6 - Изге Яҙма

6 Дауыт Авишайға: – Инде Бихри улы Шевағтың беҙгә Авшаломға ҡарағанда ла күберәк зыян килтереүе бар. Минең кешеләремде ал да уны эҙәрләргә сыҡ. Юғиһә уның, берәй нығытылған ҡалаға барып, күҙебеҙҙән юғалыуы бар, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 20:6
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Арамиҙарҙың ҡасҡанын күргән ғаммондар ҙа, Авишайҙан ҡасып, кире ҡала эсенә сигенделәр. Ғаммондар менән алыштан һуң, Йоав Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.


– Изге һандыҡ та, Исраил менән Йәһүҙә ғәскәрҙәре лә ҡыуышта йәшәй, хакимым Йоав менән уның яугирҙәре лә асыҡ яланда ҡуна, – тине Урияһ. – Ә мин өйөмә ҡайтып, ашап-эсеп, ҡатыным менән йоҡлап ятайыммы? Һинең менән, һинең ғүмерең менән ант итеп әйтәм: мин улай эшләйһе түгелмен.


– Һин хатта минең ҡулыма мең шекел һалһаң да батша улына ҡул күтәрмәҫ инем. Сөнки батшаның һиңә лә, Авишайға ла, Иттайға ла: «Минең хаҡыма Авшаломды һаҡлағыҙ», – тип бойорғанын беҙ ҙә ишеттек.


Дауыт кешеләрен өс өлөшкә бүлде. Беренсеһенә – Йоавты, икенсеһенә Йоавтың туғаны – Серуяһ улы Авишайҙы, өсөнсөһөнә Ғаҫ кешеһе Иттайҙы башлыҡ итте. Батша яугирҙәренә: – Мин дә һеҙҙең менән барам! – тине.


Инде хәҙер тор ҙа яугирҙәрең алдына сыҡ, кешеләрҙең күңелдәрен күтәр. Раббы менән ант итәм, әгәр сыҡмаһаң, был төндә һинең менән бер кем дә ҡалмаясаҡ. Был һинең өсөн бала саҡтан алып ошо көнгә тиклем күргән бәләләреңдең иң ҙуры буласаҡ.


Алышта Серуяһтың өс улы: Йоав, Авишай һәм Ғасаһил ҡатнашҡайны. Ғәзәл кеүек етеҙ аяҡлы ине Ғасаһил.


Әммә Серуяһ улы Авишай ярҙамға килеп, Дауытты ҡотҡарып ҡалды, пелешти кешеһен үлтерә сәнсте. Шунда Дауыттың кешеләре: – Исраилдың шәме һүнмәһен өсөн, башҡаса һин беҙҙең менән яуға йөрөмәйәсәкһең, – тип ант итте.


Йоавтың туғаны Серуяһ улы Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы ине. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерҙе лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙанды.


Шулай итеп, Йоав менән уның ҡустыһы Авишай Авнерҙы Ғивғондағы алышта ҡустылары Ғасаһилдың йәнен ҡыйған өсөн үлтерҙе.


Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.


батша уларға былай тине: – Ярандарымды алығыҙ ҙа, улым Сөләймәнде минең ҡасырыма ултыртып, Гихон шишмәһенә алып барығыҙ.


Йоавтың туғаны Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы була. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерә лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙана.


Серуяһ улы Авишай Тоҙло үҙәндә эдомдарҙың ун һигеҙ меңлек ғәскәрен ҡыйрата.


«Нишләп ултырабыҙ һаман? – ти Йәһүҙә халҡы. – Тороғоҙ, ҡасайыҡ нығытмалы ҡалаларға, Шунда үлемебеҙҙе көтөп алырбыҙ! Аллабыҙ Раббы әжәлгә дусар итте, Эсергә ағыулы һыу бирҙе, Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ имен ҡала алмай,


Шунан Дауыт хитти халҡынан булған Ахимәләхкә һәм Йоавтың ҡәрҙәше Серуяһ улы Авишайға: – Кем минең менән тупламға, Шаул янына бара? – тип һораны. – Мин барам, – тине Авишай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ