15 Йоав, үҙенең кешеләре менән Авел-Бейт-Мағахаға килеп етеп, ҡаланы ҡамауға алды һәм ҡала диуары тирәләй уба күтәрҙе. Йоав яугирҙәре диуарҙы емерергә тырышҡанда,
Шевағ, Исраилдың бөтә ырыуҙары йәшәгән ерҙәрҙе үтеп, Авел-Бейт-Мағахаға барып етте. Уға Бихри нәҫеле ҡушылды һәм уның менән бергә ҡалаға инде.
Бен-Һадад Асаның тәҡдимен тыңланы һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрҙе. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Бейт-Мағаха ҡалаларын, бөтә Киннереҫте, Нафтали ерен баҫып алды.
Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.
Шуға күрә Раббы Ашшур батшаһы тураһында былай ти: „Ул был ҡалаға инмәҫ, уҡ атмаҫ. Ҡалаға ҡалҡаны менән яҡынлашмаҫ, Ҡамау өсөн әйләндереп уба ҡормаҫ.
Бына бәләкәй генә бер ҡала, халҡы ла күп түгел. Бер ҡөҙрәтле батша уға һуғыш аса һәм, бейек убалар ҡороп, ҡамауға ала.
Ана, Йәрүсәлимде яулап алыр өсөн халдейҙар уның диуарҙары янына уратып уба өйҙөләр. Инде ҡала алынасаҡ, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғынға дусар булып, дошмандар ҡулына төшәсәк. Әйткәндәрең тормошҡа ашты, Һин быны Үҙең дә күреп тораһың.
Дошмандың ҡаланы уратып ҡорған убаларына һәм ҡылысына ҡаршы торор өсөн халыҡ, өйҙәрен һәм Йәһүҙә батшаларының һарайҙарын емереп, ҡала диуарҙарын нығытҡайны. Ул турала Исраил Аллаһы Раббы былай ти:
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ағас ҡырҡығыҙ, Йәрүсәлимде ҡамап уба ҡороғоҙ. Был ҡала язаланырға тейеш; Уның эсе тулы йәбер-золом.
Рәсемдәге ҡаланы ҡамап ал: нығытмалар төҙө, уба яһа, тупламдар ҡор, һәр тарафтан диуар емерә торған ҡоролмалар урынлаштыр.
Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар.