Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 20:13 - Изге Яҙма

13 Мәйет юлдан алып ташланғас, бөтә һуғышсылар Йоавҡа эйәреп, Бихри улы Шевағты эҙәрләп китте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 20:13
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда осраҡлы рәүештә бер йүнһеҙ әҙәм – Бинйәмин ырыуынан Бихри улы Шевағ килеп эләккән була. Шул кеше, борғо ҡысҡыртып, халыҡты йыйҙы ла: – Дауытта беҙҙең өсөн өлөш юҡ, Ишай улында биләмә юҡ беҙгә. Эй исраилдар, һәр кем үҙ өйөнә ҡайтһын әйҙә, – тип ҡысҡырҙы.


Йоавтың бер йәш яугире Ғамасаның үле кәүҙәһе янында туҡталып: – Кем дә кем Йоавҡа тоғро, кем Дауыт яҡлы, шулар Йоавҡа эйәрһен! – тип ҡысҡырҙы.


Шевағ, Исраилдың бөтә ырыуҙары йәшәгән ерҙәрҙе үтеп, Авел-Бейт-Мағахаға барып етте. Уға Бихри нәҫеле ҡушылды һәм уның менән бергә ҡалаға инде.


Шунан Ашшур батшаһы Лахиштан Йәрүсәлимгә ғәскәр башлығын, һарай башлығын һәм баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Улар, Йәрүсәлимгә килеп, Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.


Намыҫлының юлы – боҙоҡлоҡтан ситкә тайпылыу; аҙымын белеп баҫҡан – йәнен һаҡлар.


Шунан Ашшур батшаһы баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Лахиштан Йәрүсәлимгә, Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Баш вәзир Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.


Сығығыҙ, сыҡ ҡапҡаларҙан! Халыҡҡа юл әҙерләгеҙ! Тупраҡты тигеҙләп юл һалығыҙ, Таштарынан таҙартығыҙ! Халыҡтарға юл күрһәтеп, байраҡ күтәрегеҙ!


Шул саҡ Раббы Ишағыяһҡа былай тине: – Улың Шеар-Яшув менән Ахазды ҡаршыларға сыҡ. Ул өҫкө быуа арығының осонда Кейеҙсе баҫыуына барған юлда тора.


Үҙең өсөн юлға билдәләр ҡуй, Йүнәлеш күрһәтеүсе бағаналар ултырт. Барған юлыңды иҫеңдә ҡалдыр, Кире ҡайт, ғиффәтле ҡыҙ Исраил, Үҙеңдең ҡалаларыңа ҡайт.


Исраил халҡы уға: – Беҙ оло юл буйлап ҡына барырбыҙ. Әгәр үҙебеҙ һәм дә малыбыҙ һыуыңды эсһәк, хаҡын түләрбеҙ. Йәйәүләп кенә үтербеҙ, һис бер зыян килтермәбеҙ, – тип инәлде.


Улар Йерихо ҡалаһына килде. Ғайса шәкерттәре һәм күп һанлы халыҡ менән Йерихонан сығып барғанда, юл ситендә Бартимай (йәки Тимай улы) тигән һуҡыр хәйерсе ултыра ине.


Улар: – Бына Шило ҡалаһында йыл да Раббы байрамы була бит. Был Бейт-Илдән төньяҡтараҡ, Бейт-Илдән Шәхәмгә бара торған юлдан көнсығышта һәм Левонанан көньяҡтараҡ, – тинеләр.


Һыйырҙар туп-тура Бейт-Шәмәш юлынан китте. Уңға ла, һулға ла боролманылар, мөңрәй-мөңрәй бер генә юлдан барҙылар. Пелешти хакимдары уларҙың артынан Бейт-Шәмәштең сигенә тиклем күҙәтеп килде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ