12 Ғамаса иһә юл уртаһында ҡан эсендә ята ине. Теге йәш яугир үтеп барған һәр кешенең уның янында туҡталғанын күреп, Ғамасаның кәүҙәһен юлдан ситкә сығарып һалды ла өҫтөнә кейем ырғытты.
Авшалом Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп Ғамасаны тәғәйенләне. Ғамаса Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр исемле бер кешенең улы ине. Әсәһе Нахаш ҡыҙы Авигаил – Серуяһтың ҡыҙ туғаны. Серуяһ иһә – Йоавтың әсәһе.
Ләкин тегеһе һаман эҙәрләүен дауам итте. Шунан һуң Авнер һөңгөһөнөң һабы менән уның ҡорһағына ҡаҙаны. Һөңгө Ғасаһилды үтәнән-үтә тишеп сыҡты. Ғасаһил торған урынында йығылып йән бирҙе. Ғасаһил үлеп ятҡан урынға килгәндәрҙең бөтәһе лә туҡтап ҡалды.
Йоавтың бер йәш яугире Ғамасаның үле кәүҙәһе янында туҡталып: – Кем дә кем Йоавҡа тоғро, кем Дауыт яҡлы, шулар Йоавҡа эйәрһен! – тип ҡысҡырҙы.
Мәйет юлдан алып ташланғас, бөтә һуғышсылар Йоавҡа эйәреп, Бихри улы Шевағты эҙәрләп китте.
Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы, Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны.