9 Ғилғәд, Ашшур, Изреғил, Әфраим һәм Бинйәмингә – бөтә Исраилға батша тип иғлан итте.
– Бәхет бит был, – тине Лиә. – Хәҙер ҡатындар минең турала, бигерәк бәхетле, тиерҙәр инде. Малайҙы ул Ашер тип атаны.
Исраилға батша булып ултырғанда Шаул улы Иш-Бошеҫҡа ҡырҡ йәш ине. Ул ике йыл батшалыҡ итте. Йәһүҙә ырыуы иһә Дауыт яғында ҡалды.
Шаул йорто менән Дауыт йорто үҙ-ара ыҙғышып йәшәгән арала, Авнер Шаул йортонда үҙенең хакимлығын нығыта барҙы.
Шаул нәҫеле булған бинйәминдәрҙән өс мең кеше, тик әлегә уларҙың күбеһе Шаул яҡлыраҡ булып тора;
Әфраим ырыуынан егерме мең һигеҙ йөҙ ҡаһарман яугир, үҙ нәҫелдәренең абруйлы кешеләре;
Әйҙә ғүмере ҡыҫҡарһын, Уның вазифаһын башҡа берәү биләһен!
Ашер ырыуында йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең һаны, нәҫелдәре һәм ғаиләләр исемлеге буйынса, ҡырҡ бер мең биш йөҙ булды.
Әфраим ырыуына нәҫелдәренә күрә эләккән ер биләмәләре бына ошо: сик һыҙығы көнсығышта Ғатароҫ-Аддарҙан башлана һәм, Үрге Бейт-Хоронға етеп,
Таппуахтан сик Ҡана йылғаһы буйлап көнбайышҡа һуҙыла һәм диңгеҙгә барып етә. Нәҫелдәренә күрә Әфраим ырыуының биләмә ерҙәре ошо.
Менашше улдарының ер биләмәләренән Әфраим улдарына әйләнә-тирәләге ауылдар менән бергә ҡалалар ҙа бүлеп бирелде.
Йософтоң баш балаһы Менашше ырыуына ла йәрәбә буйынса ер бүленде. Менашшеның баш балаһы, Ғилғәдтең атаһы, ысын яугир Махирҙың нәҫелдәренә Ғилғәд һәм Башан ерҙәре эләкте.
Тәүге йәрәбә нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына төштө. Уларға бүленгән ер Йәһүҙә менән Йософ улдары биләмәләре араһына тура килде.
Көнсығыш сиге – Иордан йылғаһы. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәрен уратып алған сиктәр ошо.
Уларҙың биләмәһенә Изреғил, Кесуллоҫ, Шунем,
Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы, башҡа исраилдарҙан айырылып, Ҡәнғәндәге Шилонан үҙенең биләмә ере Ғилғәдкә ҡайтып китте. Улар был илде Муса аша Раббы биргән бойороҡҡа ярашлы биләгәйне.
Ашер ырыуы шул ерҙәрҙе биләгән ҡәнғәниҙәр араһында йәшәп ҡалды, уларҙың ерҙәренә эйә була алманы.
Пелештиҙәр бөтә ғәскәрҙәрен Афеҡта тупланы. Исраилдар иһә Изреғилдәге инеш янында урынлашты.