28 Йоав борғо ҡысҡыртты, барыһы ла туҡтап ҡалды, исраилдарҙы башҡаса баҫтырманылар, һуғыш тамам булды.
Йоав, борғо ҡысҡыртып, исраилдарҙы эҙәрләгән һуғышсыларҙы туҡтатты.
– Тере Алла шаһит! Әгәр һин үҙең бының киреһен һөйләмәгән булһаң, кешеләр иртәнсәктән үк үҙ туғандарын эҙәрләүҙән туҡтар ине, – тип яуап ҡайтарҙы Йоав.
Шунан ҡатын, ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп, үҙенең аҡыллы кәңәшен бирҙе. Бихри улы Шевағтың башын киҫеп, Йоавҡа ырғыттылар. Шунан һуң Йоав мөгөҙ ҡысҡыртты ла һуғышсылар ҡаланы ташлап, өйҙәренә таралышты. Йоав иһә Йәрүсәлимгә батша янына ҡайтты.
Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде.
Йонаҫан пелештиҙәрҙең Гивғалағы һаҡсы ғәскәрен ҡыйратты. Был хаҡта пелештиҙәргә лә мәғлүм булды. Ә Шаул бөтә илдә мөгөҙ ҡысҡыртырға ҡушты. – Ғивриҙәр ишетһен! – тине.