22 Авнер тағы Ғасаһилға: – Эҙәрләмә мине, юғиһә ергә йығып һалам, тик мин унан һуң ағайың Йоав күҙенә нисек ҡарармын?
Авнер уға: – Уңға йәки һулға борол, йәштәрҙең берәйһен тот та ҡоралын һалдырып ал, – тине. Әммә Ғасаһил уның артынан ҡалманы.
Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.
Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.
Булған һәр нәмәнең инде исеме бар, кешенең дә асылы билдәле, ул үҙенән көслөрәк менән дәғүәләшә алмай.
Шаул Михәлдән: – Нишләп мине алданың, ә дошманымды ҡасырып ебәрҙең? – тип һораны. – Ул миңә: «Ебәр, юғиһә, мин һине үлтерәм», тине, – тип яуапланы Михәл.