18 Алышта Серуяһтың өс улы: Йоав, Авишай һәм Ғасаһил ҡатнашҡайны. Ғәзәл кеүек етеҙ аяҡлы ине Ғасаһил.
Шаул менән Йонаҫан ниндәй һөйкөмлө, ғәзиз, Йәшәүҙә лә, үлемдә лә айырылмаҫ булды улар. Бөркөттән дә етеҙ булдылар, Арыҫландан көслө булдылар.
Серуяһ улы Йоав батшаның Авшаломға ҡарата күңеле йомшарғанын һиҙеп ҡалды ла,
Ул Авнерҙың артынан ҡыуып китте, уңға ла, һулға ла тайпылмайынса, туп-тура уның эҙенән барҙы.
Аяҡтарымды боландыҡылай етеҙ итә. Түбәләрҙә мине тотороҡло итә.
Иң батыр утыҙ яугир иҫәбенә түбәндәгеләр инә: Йоавтың туғаны Ғасаһил; Бейт-Ләхәмдән Додоның улы Әлханан;
Тағы ла шул: Серуяһ улы Йоавтың миңә ниндәй яуызлыҡ ҡылғанын беләһең. Ул Исраил ғәскәренең ике башлығы Нер улы Авнер менән Йәҫәр улы Ғамасаны тыныслыҡ мәлендә һуғыш ваҡытындағылай үлтерҙе һәм билендәге билбауы менән аяғындағы ҡатаһын ҡанға буяны.
Ә батыр яугирҙәр иҫәбенә түбәндәгеләр инә: Йоавтың туғаны Ғасаһил; Бейт-Ләхәмдән Додоның улы Әлханан;
Дауыт сүлдәге нығытмаһында торғанда, ҡалҡан һәм һөңгө менән эш итеүҙә оҫта булған тәжрибәле ғад ҡаһармандары уның яғына сыға; уларҙың йөҙө арыҫландыҡы кеүек, ә үҙҙәре тауҙағы ғәзәлдәй етеҙ була.
Ғезәр – баш, икенсеһе – Ғовадъяһ, өсөнсөһө – Әлиав,
Дүртенсе ай төркөмөнә Йоавтың ҡәрҙәше Ғасаһил етәкселек итә. Ғасаһилдан һуң урынына улы Зевадъяһ ҡала. Был бүлектә лә егерме дүрт мең кеше була.
Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.
Эй һөйгәнем, көндөң еләҫендә, Эңер төшкәнгә тиклем кире ҡайт. Тауҙарҙа, тарлауыҡтарҙа елгән ғәзәл, Етеҙ йәш болан һымаҡ бул!
Ашыҡ, һөйгәнем минең, Еҫле үләндәр ҡаплаған тауҙар буйлап Ғәзәл һымаҡ, йәш болан һымаҡ ел!
Етеҙҙең ҡасырға хәле ҡалмаҫ, Көслөнө ҡеүәте ташлап китер, Ҡаһарман үҙенең йәнен ҡотҡара алмаҫ.
Раббы Хаким – минең көсөм, Аяҡтарымды боландыҡылай итер, Мине бейеклектәргә аштырыр. Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында.
Шунан Дауыт хитти халҡынан булған Ахимәләхкә һәм Йоавтың ҡәрҙәше Серуяһ улы Авишайға: – Кем минең менән тупламға, Шаул янына бара? – тип һораны. – Мин барам, – тине Авишай.