14 Авнер Йоавҡа: – Егеттәр тороп беҙҙең алда көс һынашып алһындар әле, – тине. – Әйҙә, һынашһындар, – тине Йоав.
Шунан Шаул улы Иш-Бошеҫ яғынан Бинйәмин ырыуының ун ике кешеһе һәм Дауыт хеҙмәтселәре араһынан ун ике кеше сығып баҫты.
Бына улар бер-береһенең баштарынан тотоп алдылар, береһе икенсеһенең ҡабырғаһына ҡылыс менән сәнсте һәм уның менән бергә йығылды. Шуға күрә лә Ғивғондағы был урын Хелҡаҫ-Һассурим тип аталды.
Ул көндө алыш бик ҡаты булды. Дауыттың хеҙмәтселәре Авнер менән килгән Исраил кешеләрен еңде.
Бынан һуң Амасъяһ Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрҙе.
Ахмаҡ боҙоҡлоҡтан ләззәт таба, зирәкте – аҡыл шатландыра.
Ыҙғыш башы быуа йырылыуға тиң, ҡыҙып китмәҫ элек туҡтай һал.
Маҡсат ҡорғанға тиклем башҡалар менән кәңәшләш, һуғышҡа ла кәңәшләшмәйенсә сыҡма.
хөкөмгә сығарырға ашыҡма; юғиһә аҙаҡтан, яҡының оятҡа ҡалдырғас, нишләрһең?