Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 19:8 - Изге Яҙма

8 Батша торҙо ла ҡала ҡапҡаһы янына сығып ултырҙы. Яугирҙәргә был хаҡта хәбәр иттеләр һәм барыһы ла батша эргәһенә килде. Ә Авшалом менән булған исраилдар үҙ өйҙәренә таралышҡайны.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 19:8
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул, таңдан тороп, ҡала ҡапҡаһы янына баҫа ла дәғүә менән батша хөкөмөнә килгән һәр кешене үҙенең янына саҡыртып ала: – Һин ҡайһы ҡаланан? – тип һораша. Йомош менән килгән кеше: – Ҡолоң Исраилдың фәлән-фәлән ырыуынан, – тип яуап биргәндән һуң,


Авшаломдың мәйетен иһә урмандағы тәрән бер соҡорға ырғыттылар ҙа өҫтөнә бейек итеп таш өйөп ҡуйҙылар. Бөтә исраилдар өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте.


Был ваҡытта Дауыт эске һәм тышҡы ҡапҡа араһында ултыра ине. Күҙәтсе диуар яғынан ҡапҡа башына менеп ҡарағайны, бер кешенең йүгереп килгәнен күреп ҡалды.


– Ярар, – тине батша, – һеҙгә нисек ҡулай, шулай эшләйем. Батша ҡала ҡапҡаһы янына барып баҫты, ә кешеләр ҡапҡанан йөҙәрләп, меңәрләп сыға торҙо.


Һуғышсылар ҡалаға, һуғыш барғанда яу яланын ташлап ҡасҡан өсөн оялған кеше һымаҡ, шым ғына килеп инделәр.


Ҡояш байыр алдынан ғәскәр араһында: – Һәр кем үҙ ҡалаһына, үҙ еренә ҡайтһын, – тигән ауаз таралды.


Йәһүҙә ғәскәре исраилдар тарафынан тар-мар ителде һәм яугирҙәр өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте.


Йеһорам бөтә яу арбалары менән Сағирға йүнәлде. Бында уны Эдом ғәскәре уратып алды. Әммә Йеһорам төндә яу арбаларының башлыҡтары менән бергә ҡамалышты йырып сыҡты. Йәһүҙә яугирҙәре өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте.


Пелештиҙәр яуға ташланды. Исраилдар еңелде һәм һәр береһе үҙ сатырына ҡасты. Ҡырылыш шул тиклем аяуһыҙ булды: яу яланында исраилдарҙан утыҙ мең йәйәүле ятып ҡалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ