5 Йоав батшаның өйөнә килде лә Дауытҡа: – Бөгөн һинең ғүмереңде, улдарың менән ҡыҙҙарыңдың ғүмерен, ҡатындарың, йәриәләрең ғүмерен һаҡлап һуғышҡан яугирҙәреңде мыҫҡыл иттең һин, – тине. –
Ә Дауыт илай-илай Зәйтүн тауына менеүендә булды: башы бөркәлгән, аяҡтары яланғас ине. Уның юлдаштары ла ҡайғы билдәһе итеп баштарын ҡаплаған килеш илай-илай атлайҙар.
Авшаломдың мәйетен иһә урмандағы тәрән бер соҡорға ырғыттылар ҙа өҫтөнә бейек итеп таш өйөп ҡуйҙылар. Бөтә исраилдар өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте.
Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».
Ә батша йөҙөн ҡаплап: – Авшалом, улыҡайым минең! Авшалом, улыҡайым-балаҡайым минең! – тип һамаҡланы.
Үҙеңде күрә алмағандарҙы яратаһың, үҙеңде яратҡандарҙы күрә алмайһың. Бөгөн һин түрәләреңдең дә, хеҙмәтселәреңдең дә һинең өсөн бер ни тормағанлығын күрһәттең. Мин бөгөн шуны белдем: әгәр ҙә Авшалом тере ҡалып, беҙ бөтәбеҙ ҙә үлһәк, һиңә яҡшыраҡ булыр ине.
Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.
Шунан Һин уларҙы дошмандар ҡулына бирҙең, иҙелеүгә дусар булды улар. Әммә үҙҙәренә ауыр мәлдә Һиңә ялбарғас, күктән тороп Һин уларҙы ишеттең, икһеҙ-сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, ҡотҡарыусылар ебәрҙең, улар халыҡты дошмандарынан ҡотҡарҙы.
Йә Раббым, ҡалҡ! Ҡотҡара һал, Аллам! Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына; Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың.