39 Барса халыҡ, улар менән бергә батша ла, Иордан аша сыҡты. Батша, Барзиллайҙы үбеп, фатихаһын бирҙе лә, Барзиллай өйөнә ҡайтып китте.
Мәлки-Садиҡ Ибрамға фатиха биреп былай тине: – Күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Алла Ибрамды мөбәрәк ҡылһын!
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен.
Иртәгәһен Лаван, ейәндәре менән ҡыҙҙарын үбеп, фатихаһын бирҙе лә өйөнә ҡайтып китте.
Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды.
Яҡуп, фирғәүенгә тағы фатиха ҡылып, уның янынан сыҡты.
Шунан Йософ фирғәүен янына атаһы Яҡупты алып килде. Яҡуп фирғәүенгә фатиха бирҙе.
Әммә батша Авшаломға: – Юҡ, улым, һиңә мәшәҡәт һалып, беҙ күмәкләшеп барып йөрөмәбеҙ инде, – тип баш тартты. Авшалом бик үтенеп һораһа ла, батша фатихаһын биреп, бармай ҡалды.
Йоав барып Авшаломдың әйткәндәрен батшаға һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша уны үҙ янына саҡыртып алды. Авшалом, батша янына инеп, йөҙө менән ергә ҡапланды һәм батша уны ҡосаҡлап үпте.
– Кимһам минең менән барыр, – тине батша. – Мин уның өсөн һин ни теләһәң, шуны эшләрмен. Шулай уҡ һинең өсөн дә мин йәнең теләгәндең барыһын да эшләрмен.
Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтереү тамамланғас, Дауыт халыҡты Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән фатихаланы.
Дауыт үҙ йортона фатиха ҡылырға ҡайтҡас, Шаул ҡыҙы Михәл, уның ҡаршыһына сығып, былай тине: – Ҡара, нисек дан ҡаҙанды бөгөн Исраил батшаһы! Сисенеп ташлап, бер алйот кеше һымаҡ, хеҙмәтселәренең ҡол ҡатындары алдында шәрә йөрөнө!
Ильясиғин, үгеҙҙәрен ташлап, Ильяс артынан йүгерҙе. – Ҡайтып ата-әсәмде үбеп хушлашайым инде. Шунан һинең арттан китермен, – тип рөхсәт һораны. – Бар, – тине Ильяс. – Мин һине тотаммы ни?
Шунан Билғам тороп тыуған иленә ҡайтырға сыҡты, Балаҡ та үҙ юлына китте.
Шимғон, уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала Исраилда күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булыр һәм Алланан бирелгән илаһи билдә булып торор. Был билдәне күптәр кире ҡағыр,
Бөтөнөһө илап, Паулусты ҡосаҡлап үпте.
Бар имандаштарығыҙҙы туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ.
Килендәре тағы ла нығыраҡ илай башланы. Ғорпа ҡәйнәһе менән үбешеп хушлашты ла китеп барҙы. Ә Рут, ҡәйнәһенә һыйынып, уның янында ҡалды.
Инде минән һуң тоҡомомдоң тамырын ҡоротмаҫҡа, атам йортонан исемемде юймаҫҡа Раббы исеме менән ант ит.