Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 19:37 - Изге Яҙма

37 Ҡуй, мин ҡолоң ҡайтып, үҙ ҡаламда йән биреп, ата-әсәмдең төрбәһендә дәфен ҡылынайым. Ә бына ҡолоң Кимһам хакимым батша менән китһен, уның менән ни эшләһәң дә, һинең хөкөмөңдә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 19:37
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ата-бабаларым хозурына күскәс, Мысырҙан алып китеп, улар ятҡан зыяратҡа ҡуй. – Нимә әйтһәң, шуны эшләрмен, – тип яуап бирҙе Йософ.


Шунан Исраил Йософҡа былай тине: – Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ.


уны Ҡәнғәнгә алып ҡайтып, Мамре ҡаршыһындағы Махпела баҫыуында булған мәмерйәлә дәфен ҡылдылар. Был мәмерйәне Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп баҫыуы менән бергә һатып алғайны.


Мин ҡолоң бары тик батша менән Иорданды кисеп, бер аҙ оҙатып ҡалырға ғына теләй. Ниңә батша миңә шул тиклем игелек эшләргә тейеш?


– Кимһам минең менән барыр, – тине батша. – Мин уның өсөн һин ни теләһәң, шуны эшләрмен. Шулай уҡ һинең өсөн дә мин йәнең теләгәндең барыһын да эшләрмен.


Батша Гилгалға юл алды, уның менән Кимһам да китте. Йәһүҙәнең барлыҡ халҡы һәм Исраилдың яртыһы батшаны оҙатып ҡалды.


Кире боролдоң, Мин һиңә икмәк ашама, һыу эсмә, тип әйткән ерҙә тәғәм йыйҙың. Шуға күрә мәйетең ата-бабаларыңдың төрбәһенә дәфен ҡылынмаясаҡ».


Ғилғәд кешеһе Барзиллайҙың улдарына мәрхәмәт ҡыл, табыныңда ултырғандар араһында уларға ла урын бир, сөнки Авшалом ағайыңдан ҡасып барған сағымда улар миңә ныҡ ярҙам итте.


Ғазаръяһ Наҫан улы – өлкә башлыҡтары етәксеһе; Завуд Наҫан улы – ҡаһин һәм батшаның кәңәшсеһе;


Халдейҙарҙан ҡасыр өсөн Мысырға табан юлландылар. Бейт-Ләхәм эргәһендәге Геруҫ-Кимһамда туҡтанылар. Неҫанъяһ улы Исмәғил Бабил батшаһы илгә идарасы итеп ҡуйған Ахиҡам улы Гедалъяһты үлтергәнгә күрә, улар халдейҙарҙан ҡурҡалар ине.


Тормошом оҙаҡламай ҡорбан ителер, минең был донъянан китер ваҡытым етте.


Тиҙҙән мин һәр кемде көткән юлға китермен. Һеҙ барығыҙ ҙа бөтә йөрәгегеҙ һәм булмышығыҙ менән беләһегеҙ: Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән яҡшы вәғәҙәләрҙең береһен дә үтәмәй ҡалманы.


Беләм, тиҙҙән, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих миңә әйткәнсә, был донъянан китергә тура килер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ