30 – Хакимым батша үҙ өйөнә иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан икән – Сива бөтә ерҙәрҙе алһа ла, үкенесем юҡ, – тип яуап бирҙе Мефи-Бошеҫ.
Ҡайғырамын һинең өсөн, туғаным Йонаҫан, Һин миңә бик ғәзиз инең; Һинең яратыуың минең өсөн Ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүенән артыҡ ине.
Батшаның ғаиләһен был яҡ ярға алып сығыр, уның күңелен күрер өсөн йылға аша сыҡтылар. Батша Иордан аша сығырға йыйынып торғанда, Гера улы Шимғи уның алдына килеп ергә йығылды ла:
Батша иһә: – Ниңә һөйләп тораһың быларҙы? Сива менән икәүләп баҫыуҙарҙы үҙ-ара бүлешеп алығыҙ, тип бойорам, – тине.
Батшаны Иордан аша алып сығып, ҡайтыр юлға оҙатыр өсөн Рогелимдан Ғилғәд кешеһе Барзиллай ҙа килде.
Шунан Дауыт батша Шаулдың хеҙмәтсеһе Сиваны саҡырып: – Шаулдыҡы һәм уның бөтә нәҫел-нәсәбенеке булған барлыҡ нәмәне хакимыңдың ейәненә бирәм, – тине. –
Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.
Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм, йәшәйемме мин, үләмме, Мәсихте бөтә йәнем-тәнем менән данларыма өмөтләнәм һәм ашҡынып көтәм.