Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 19:28 - Изге Яҙма

28 Нәҫел-ырыуым хакимым батша алдында үлемдән башҡаға лайыҡ булмағанда ла, һин мин ҡолоңдо үҙең менән бер өҫтәл артында ашап-эсеп йөрөгәндәр араһына ултырттың. Шулай булғас, батшаға үпкәләргә ни хаҡым бар минең? – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 19:28
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.


Хакимым батшаның һүҙе йәнемә тыныслыҡ бирһен, тинем. Сөнки батша, Алланың фәрештәһе кеүек, яманды яҡшынан айыра ала. Аллаң Раббы һәр саҡ һинең менән булһын!


Ҡолоң Йоав бөгөнгө хәлде яҡшыға үҙгәртер өсөн уйлап тапҡайны быны. Әммә хакимым батша Алла фәрештәһе кеүек аҡыллы, ер йөҙөндә ниҙәр булғанын белеп тора.


Әгәр инде Ул: «Мин һине хуш күрмәйем», – тип әйтә икән, әҙермен – минең менән нимә теләһә, шуны эшләһен әйҙә, – тине.


– Хакимыңдың улы ҡайҙа? – тип һораны батша. – Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә ҡалды, – тине Сива. – Исраил халҡы атамдың батшалығын миңә ҡайтарып бирер, тип өмөтләнә.


Батша иһә: – Ниңә һөйләп тораһың быларҙы? Сива менән икәүләп баҫыуҙарҙы үҙ-ара бүлешеп алығыҙ, тип бойорам, – тине.


Һин дә, улдарың менән хеҙмәтселәрең дә уның ерҙәрен эшкәртеп, уңышын йыйып бирерһегеҙ, хакимыңдың ейәненең ашарына мул булһын. Хакимыңдың ейәне Мефи-Бошеҫ үҙе һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашар. Сиваның ун биш улы, егерме ҡоло бар ине.


Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә йәшәне һәм һәр ваҡыт батша менән бер өҫтәлдән ризыҡланды. Уның ике аяғы ла аҡһаҡ ине.


Ете йылдан һуң ул пелештиҙәр еренән әйләнеп ҡайтты ла, баҫыуы менән өйөн кире биреүҙе юллап, батшаға килде.


Яҡшы түгел был ҡылығың. Тере Раббы шаһит: хакимығыҙҙы, Раббының мәсихен, һаҡламаған өсөн үлемгә лайыҡһығыҙ. Ана ҡара әле, батшаның баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауыт ҡайҙа?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ