23 Шунан Шимғигә: – Һин үлмәйһең, – тип ант итте.
Әммә батша: – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Әйҙә, һөйләнә бирһен. «Дауытты һүк», – тип Раббы Үҙе ҡушҡан икән, «Ниңә улай эшләйһең?» – тип кем әйтә алыр? – тип уны тыйҙы.
Шаулдың ейәне Мефи-Бошеҫ та батшаны ҡаршыларға килде. Ул батша ҡаланан сығып киткәндән алып иҫән-аман кире әйләнеп ҡайтҡанға тиклем аяғын йыумай, һаҡалын киҫмәй, кейемен дә йыумағайны.
Бел, Йәрүсәлимдән сығып Ҡидрон үҙәнен үткән көнөңдә мотлаҡ үләсәкһең. Әжәлеңә үҙең ғәйепле булырһың.
Батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа әмер бирҙе. Ул барып Шимғиҙе үлтерҙе. Шулай итеп, Сөләймән батшалыҡты ныҡлап үҙ ҡулына алды.
Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя.
Ләкин Шаул: – Бөгөн берәүҙең дә йәне ҡыйылырға тейеш түгел, – тип яуапланы. – Сөнки Раббы бөгөн Исраилға ҡотолоу бирҙе.
Шаул Раббы менән ант итте: – Тере Раббы шаһит: бынан һиңә бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ, – тине.
– Мине ул баҫҡынсылар янына алып бара алаһыңмы? – тип һораны Дауыт. – Мине үлтермәҫкә, хужамдың ҡулына бирмәҫкә Алла менән ант итһәң, һине ул баҫҡынсыларға алып барам, – тине егет.