22 – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт.
Әммә батша: – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Әйҙә, һөйләнә бирһен. «Дауытты һүк», – тип Раббы Үҙе ҡушҡан икән, «Ниңә улай эшләйһең?» – тип кем әйтә алыр? – тип уны тыйҙы.
Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул нәҫеленән булған Гера улы Шимғи тигән бер кеше килеп сыҡты. Шимғи эйәрә килеп Дауытты һүкте,
– Был эт үләкһәһе ниңә хакимым батшаға һүҙ тейҙерә әле? – тине Серуяһ улы Авишай батшаға. – Барып башын ҡырҡып ташларға рөхсәт ит.
Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.
Мөхәббәткә нигеҙләнгән тәхет Дауыт сатырында урынлашыр. Унда ғәҙеллек эҙләгән, дөрөҫлөккә ынтылған, Арымай-талмай хаҡ хөкөм ҡылған хаким ултырыр.
– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.
Ләкин Шаул: – Бөгөн берәүҙең дә йәне ҡыйылырға тейеш түгел, – тип яуапланы. – Сөнки Раббы бөгөн Исраилға ҡотолоу бирҙе.
Әммә Раббы мәсехләгән батшаға ҡул күтәреүҙән мине Раббы Үҙе һаҡлаһын. Баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауытты алайыҡ та китәйек.
Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.
Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр?