20 Ҡолоң үҙенең гонаһ эшләгәнен белә һәм бына бөгөн, хакимым батшаны ҡаршылар өсөн, мин Йософ ырыуынан беренсе булып килдем, – тине.
Исраил, ҡулдарын алға табан салыштырып һуҙып, уң ҡулын кесеһе Әфраимдың, һул ҡулын баш бала булған Менашшеның башына һалды.
Шул көндө Исраил ейәндәрен фатихалап былай тине: – Киләсәктә үрнәк булыр исемегеҙ Исраилда: «Алла һине Әфраим һымаҡ, Менашше шикелле итһен!» – тип ҡабатлар исраилдар хәйер-доға теләгәндә. Шулай итеп, Яҡуп Әфраимды Менашшенан өҫтөн ҡуйҙы.
Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул нәҫеленән булған Гера улы Шимғи тигән бер кеше килеп сыҡты. Шимғи эйәрә килеп Дауытты һүкте,
Әммә Серуяһ улы Авишай: – Раббы мәсехләгән кешене мыҫҡыллаған Шимғи үлергә тейеш түгелме ни? – тип ҡаршы төштө.
Исраилдың бөтә булған ырыуҙары халҡы үҙ-ара бәхәсләшеп, һөйләшеп: – Батша беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы, пелештиҙәрҙән азат итте, ә хәҙер үҙе Авшалом арҡаһында ҡасып китте.
Яровғамдың ҡайтҡанын ишетеп, халыҡ уны йыйынға саҡырҙы һәм Исраилға батша итеп ҡуйҙы. Дауыт нәҫеленә бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.
Яровғам Әфраим таулығындағы Шәхәм ҡалаһында нығытмалар төҙөттө һәм шунда йәшәй башланы. Һуңыраҡ унан китеп Пенуил ҡалаһын төҙөнө.
Эй Ливанда төйәкләнгән, Кедр ағасында оя ҡорған әҙәм, Тулғаҡтан ғазапланған ҡатындай Ҡыҙғаныс ыңғырашасаҡһың».
Шунан китәм, Үҙемдең урыныма ҡайтам – Ғәйептәрен танығансы, Хәсрәткә батып Мине эҙләргә, Ихласлап эҙләргә тотонғансы».
Әфраимды беләм Мин, Исраил Минең өсөн сер түгел; Һин фәхешлек итәһең, Әфраим, Исраил нәжесләнде.