Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 19:19 - Изге Яҙма

19 – Хакимым батша, Йәрүсәлимдән сығып киткән сағыңда һиңә ҡарата ҡылған яман ҡылығымды ғәфү итһәң һәм иҫеңдә тотмаһаң ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 19:19
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ағаһы Авшалом унан: – Һинең менән Амнон ағайың булдымы? – тип һораны ла: – Тыныслан, һеңлем, тауыш сығарма. Ул – һинең ағайың. Үтә ныҡ бөтөрөнмә, – тине. Шулай итеп, Тамар яңғыҙы ғына ағаһы Авшалом йортонда йәшәй башланы.


Шуның өсөн дә хакимым батша, улдарымдың барыһы ла үлгән икән, тип хафаланмаһын – бары Амнон ғына вафат, – тине.


Батшаның ғаиләһен был яҡ ярға алып сығыр, уның күңелен күрер өсөн йылға аша сыҡтылар. Батша Иордан аша сығырға йыйынып торғанда, Гера улы Шимғи уның алдына килеп ергә йығылды ла:


Лира ауаздары менән Раббыға шөкөр итегеҙ, Ун ҡыллы арфала Уны данлап көйләгеҙ.


Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар!


Түрәң һиңә асыуланһа ла, эшеңде ташлама. Күндәмлек ҙур хатаны ла ҡаплай.


Мин, Мин Үҙем, Үҙемдең хаҡыма Енәйәттәреңде юйып ташлайым, Гонаһтарыңды башҡаса иҫкә алмам.


Унан һуң бер кем дә үҙенең яҡынын һәм туғанын: «Раббыны танып бел!» – тип өйрәтмәҫ. Барыһы ла, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Мине үҙҙәре танып белер, – ти Раббы, – сөнки енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм.


Мусаға ул былай тип ялбарҙы: – Хакимым минең! Беҙҙе алйотлоғобоҙ арҡаһында ҡылған гонаһыбыҙ өсөн язалама!


– Ғәйепһеҙ кешегә хыянат итеп, гонаһ ҡылдым, – тине. – Беҙгә нимә? Был һинең эшең, – тинеләр уға.


Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсихтә Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте.


Мин Дауыт өсөн Аллаға ул көндө генә мөрәжәғәт итә башланыммы ни? Юҡ бит! Батшам мин ҡолоңдо һәм атам нәҫелен ғәйепләмәһен. Сөнки мин ҡолоң был хаҡта, оломо был, әллә бәләкәйме, бер нәмә лә белмәйем.


Хакимым ул тупһыҙ бәндә Навалға иғтибар итмәһен. Исеме Навал булған кеүек, үҙе лә ахмаҡтың ахмағы ул. Ә мин, ҡолоң, һин хакимым ебәргән егеттәрҙе күрмәй ҡалғанмын.


Бынан һуң Шаул: – Гонаһ ҡылдым, – тине. – Дауыт улым, кире ҡайт. Мин башҡаса һиңә яуызлыҡ эшләмәйәсәкмен, сөнки бөгөн йәнем һинең өсөн ғәзиз булды. Алйот булдым, бик ныҡ яңылыштым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ