Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Батшалар 19:17 - Изге Яҙма

17 Уның янында Бинйәминдән мең кеше һәм Шаул йортоноң хеҙмәтсеһе Сива менән уның ун биш улы, егерме хеҙмәтсеһе бар ине. Улар бөтәһе лә Иорданға батшаны ҡаршыларға йүгерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Батшалар 19:17
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул нәҫеленән булған Гера улы Шимғи тигән бер кеше килеп сыҡты. Шимғи эйәрә килеп Дауытты һүкте,


Батшаның ғаиләһен был яҡ ярға алып сығыр, уның күңелен күрер өсөн йылға аша сыҡтылар. Батша Иордан аша сығырға йыйынып торғанда, Гера улы Шимғи уның алдына килеп ергә йығылды ла:


Ире илай-илай Бахуримға тиклем ҡатынына эйәреп килде. Әммә Авнер уға кире ҡайтырға бойорғас, ҡайтып китте.


Һин дә, улдарың менән хеҙмәтселәрең дә уның ерҙәрен эшкәртеп, уңышын йыйып бирерһегеҙ, хакимыңдың ейәненең ашарына мул булһын. Хакимыңдың ейәне Мефи-Бошеҫ үҙе һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашар. Сиваның ун биш улы, егерме ҡоло бар ине.


Шаул йортонда Сива исемле бер хеҙмәтсе бар ине. Уны Дауыт янына саҡырттылар. Батша унан: – Сива тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны. – Эйе, мин ҡолоңмон, – тип яуапланы тегеһе.


Йәнә тағы Бинйәмин ырыуының Бахурим ҡалаһынан Гера улы Шимғи ҙә яныңда йөрөй. Маханаимға китеп барғанымда ул мине бик ауыр һүҙҙәр әйтеп ҡәһәрләне. Әммә Иордан буйында ҡаршыма сыҡҡас: «Мин һине ҡылыстан үткәрмәйем!» – тип Раббы исеме менән ант иттем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ