1 Йоавҡа: «Батша Авшалом өсөн ҡайғырып йәш түгә», – тип хәбәр иттеләр.
Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.
– Һин хатта минең ҡулыма мең шекел һалһаң да батша улына ҡул күтәрмәҫ инем. Сөнки батшаның һиңә лә, Авишайға ла, Иттайға ла: «Минең хаҡыма Авшаломды һаҡлағыҙ», – тип бойорғанын беҙ ҙә ишеттек.
Йоав: – Һинең менән ваҡыт әрәм итеп торғансы, – тине лә, ҡулына ҡыҫҡа һаплы өс һөңгө алып, имәндә һаман тере көйөнсә аҫылынып торған Авшаломдың йөрәгенә ҡаҙаны.
– Юҡ, – тине Йоав, – бөгөн һин хәбәр алып бармайһың. Башҡа көндө барырһың, бөгөн түгел, сөнки батшаның улы үлде.
Батша был хәбәрҙән ҡойолоп төштө лә илап ебәрҙе һәм бер туҡтауһыҙ: – Улыҡайым Авшалом! Улыҡайым минең Авшалом! Һин үлгәнсе үҙем генә үлһәмсе, улыҡайым! – тип һамаҡлай-һамаҡлай ҡапҡа башындағы бүлмәгә йүнәлде.
Батша Йоавҡа, Авишайға һәм Иттайға: – Минең хаҡыма ул егет – Авшалом менән йомшағыраҡ ҡыланығыҙ! – тип бойорҙо. Батшаның Авшалом тураһында ғәскәр башлыҡтарына биргән был бойороғон бөтә кешеләр ҙә ишетте.
Еңеү шатлығы ул көндә бөтә яугирҙәр өсөн хәсрәт көнөнә әүерелде, сөнки батшаның улы өсөн ҡайғырғанын ишеттеләр.
Ахмаҡ улан – атаға көйөнөс, уны тапҡан әсәгә – әрнеү.
Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.