7 Исраилдар Дауыт яҡлыларҙан еңелде. Ул көндө алыш бик ҡаты булды – яу яланында егерме мең кеше ятып ҡалды.
Батша хөкөмөнә килгән һәр кеше менән Авшалом үҙен шулай тотто, шул рәүешле ул әкренләп Исраил халҡының күңелен яулай барҙы.
Яугирҙәр исраилдарға ҡаршы сыҡты һәм Әфраим урманында һуғыш башланды.
Алыш бөтә тирә-яҡҡа йәйелде һәм ул көндә халыҡ ҡылыстан үлгәнгә ҡарағанда, күберәк урман шырлығында һәләк булды.
Ул көндө алыш бик ҡаты булды. Дауыттың хеҙмәтселәре Авнер менән килгән Исраил кешеләрен еңде.
Авнер Йоавҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Ҡасанға тиклем бер-беребеҙҙе ҡылыстан ҡырырбыҙ? Әллә һин бының ҡайғы-хәсрәт кенә килтеререн белмәйһеңме? Кешеләреңә: «Үҙ туғандарыбыҙҙы эҙәрләмәйек», – тип ниңә һаман әйтмәйһең?
Дауыттың хеҙмәтселәре иһә Авнерҙың ҡул аҫтындағы өс йөҙ алтмыш Бинйәмин ырыуы кешеһен үлтергәйне.
Ремалъяһ улы Пеҡах батша бер көндә Йәһүҙәнең йөҙ егерме мең яугирен ҡырып һала, сөнки улар ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлаған була.
Һин яратҡандар Һиңә шөкөр итәләр, Раббы, Тоғро бәндәләрең маҡтау яуҙыралар.
Хаҡ әйтәм, яман бәндә язаһыҙ ҡалмаҫ, иманлылар тоҡомо ҡоромаҫ.
Раббынан ҡурҡ, улым, батшанан ҡурҡ, фетнәселәр менән аралашма;