28 Ахимағас батшаға: – Бөтәһе лә яҡшы, – тип ҡысҡырҙы. Шунан батша алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Хакимым батшаға ҡаршы баш күтәргән кешеләрҙе ҡулыңа тапшырған Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! – тине.
Дошмандарыңды ҡулыңа тапшырған Юғарыларҙан Юғары Аллаға рәхмәттәр яуһын! Ибрам уға яумалының ундан бер өлөшөн бирҙе.
– Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Әфәндемде мөхәббәтенән мәхрүм итмәне һәм тоғро булып ҡалды. Раббы мине туп-тура хужамдың туғандары йортона алып килде.
Өсөнсө көнөнә Шаул ғәскәре тупламынан бер кеше килде: кейеме йыртҡыланып бөткән, башына тупраҡ һибелгән.
Теҡоғанан килгән ҡатын батша янына инде. Йөҙө менән ергә ҡапланды ла: – Эй батшам, ярҙам ит! – тип өндәште.
Ғәмәлдәрең пак Һинең пактарға. Мәкерлеләр менән хәйләкәрһең.
Дүртенсе көндө Шөкөр үҙәненә йыйылалар, шунда Раббыға шөкөр ҡылалар. Шуға күрә был ерҙе әлегәсә Шөкөр үҙәне тип йөрөтәләр.
«Әсе хәсрәттәмен», – тигәндә лә, Йәнем көйөп: «Бөтә кеше алдаҡсы», – тиһәм дә, Раббыға ышанысым юғалманы.
Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр».
– Һеҙҙе мысырҙарҙың һәм фирғәүендең ҡулынан ҡотҡарған Раббы мөбәрәк булһын! – тине Итро. – Халыҡты мысырҙарҙың иҙеүенән Ул азат иткән!
Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер.
Шунан Дауытҡа: – Һин миңә ҡарағанда ғәҙелерәкһең, сөнки миңә яҡшылыҡ менән яуап бирҙең, ә мин яуызлыҡ менән түләнем, – тине. –
Авигаил, Дауытты күргәс, ашығып ишәгенән төштө лә, уның алдында эйелеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.