23 – Шулай ҙа барайым әле, – тине Ахимағас. – Бар, әйҙә, – тине Йоав ахырҙа. Ахимағас, үҙәндән тураға йүгереп, Куш кешеһен уҙып китте.
Шунан Йоав үҙенең хеҙмәтсеһе булған Куш кешеһенә: – Бар, күргәндәреңде батшаға һөйлә, – тип бойорҙо. Куш кешеһе Йоавҡа баш эйҙе лә Дауытҡа йүгерҙе.
Әммә Садоҡ улы Ахимағас һаман Йоавҡа: – Нимә булһа ла булыр, Куш кешеһе артынан мин дә йүгерәйем әле, – тип ныҡышты. – Юҡҡа ғына йөрөйһөң, улым, – тине уға Йоав, – хәбәрең өсөн барыбер һөйөнсө алмаҫһың.
Был ваҡытта Дауыт эске һәм тышҡы ҡапҡа араһында ултыра ине. Күҙәтсе диуар яғынан ҡапҡа башына менеп ҡарағайны, бер кешенең йүгереп килгәнен күреп ҡалды.
Улар икеһе лә йүгереп барҙы, әммә шәкерт Петрусты уҙып, алданыраҡ барып етте.