21 Шунан Йоав үҙенең хеҙмәтсеһе булған Куш кешеһенә: – Бар, күргәндәреңде батшаға һөйлә, – тип бойорҙо. Куш кешеһе Йоавҡа баш эйҙе лә Дауытҡа йүгерҙе.
– Юҡ, – тине Йоав, – бөгөн һин хәбәр алып бармайһың. Башҡа көндө барырһың, бөгөн түгел, сөнки батшаның улы үлде.
Әммә Садоҡ улы Ахимағас һаман Йоавҡа: – Нимә булһа ла булыр, Куш кешеһе артынан мин дә йүгерәйем әле, – тип ныҡышты. – Юҡҡа ғына йөрөйһөң, улым, – тине уға Йоав, – хәбәрең өсөн барыбер һөйөнсө алмаҫһың.
– Шулай ҙа барайым әле, – тине Ахимағас. – Бар, әйҙә, – тине Йоав ахырҙа. Ахимағас, үҙәндән тураға йүгереп, Куш кешеһен уҙып китте.
Бына Куш кешеһе лә килеп етте. – Хакимым батшаға яҡшы хәбәр! Раббының ғәҙел хөкөмө бөгөн һине үҙеңә ҡаршы сыҡҡандарҙан ҡотҡарҙы, – тине ул.