19 Садоҡ улы Ахимағас Йоавҡа: – Йүгереп барып, батшаға: «Раббы һине Үҙ хөкөмө менән дошманыңдан ҡотҡарҙы», – тип хәбәр итәйем, – тине.
Батша Садоҡ ҡаһинға тағы ла былай тине: – Һин бит аңлай торған кеше, ҡалаға иҫән-имен ҡайт, улың Ахимағасты һәм Әвйәҫәр улы Йонаҫанды үҙең менән ал. Икегеҙ ҙә улдарығыҙ менән ҡайтығыҙ.
Садоҡ улы Ахимағас менән Әвйәҫәр улы Йонаҫан да шунда. Нимә ишетәһегеҙ, шуны улар аша миңә хәбәр итегеҙ, – тине.
Йонаҫан менән Ахимағас Рогел инеше янында көтөп ҡалды. Уларға ҡалала күренергә ярамағанлыҡтан, Дауытҡа әйтә торған бөтә һүҙҙе хеҙмәтсе ҡатын барып һөйләне.
– Юҡ, – тине Йоав, – бөгөн һин хәбәр алып бармайһың. Башҡа көндө барырһың, бөгөн түгел, сөнки батшаның улы үлде.
– Шулай ҙа барайым әле, – тине Ахимағас. – Бар, әйҙә, – тине Йоав ахырҙа. Ахимағас, үҙәндән тураға йүгереп, Куш кешеһен уҙып китте.
Бына Куш кешеһе лә килеп етте. – Хакимым батшаға яҡшы хәбәр! Раббының ғәҙел хөкөмө бөгөн һине үҙеңә ҡаршы сыҡҡандарҙан ҡотҡарҙы, – тине ул.
Әйҙә, мине ҡыуып тотһон дошман. Йәнемде ергә иза тапаһын, Намыҫымды тупраҡҡа бутаһын! Села
Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы, Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны.
Дошмандарым кире сигенгәндә Һөрөнөп дөмөгөрҙәр алдыңда.
Сапҡын артынан сапҡын елдерә, Илсе артынан илсе саба. Хәбәр тиҙерәк Бабил батшаһына барып етһен: «Ҡалабыҙ баҫып алынды,
Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы».